Герб
Администрация сельского поселения
КАРАЯРСКИЙ СЕЛЬСОВЕТ
муниципального района Караидельский район Республики Башкортостан
Контакты
Прочие контакты
Фактический адрес
452374, Республика Башкортостан, Караидельский район, с. Караяр, Набережная, д.19
Юридический адрес
452374, Республика Башкортостан, Караидельский район, с. Караяр, Набережная, д.19

Ҡараярҙар – “Бәхетнамә” тапшырыуында

«Бәхетнамә» тапшырыуында «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант- 2022» акцияһы һәм Ҡариҙел районы Ҡараяр ауылы вәкилдәре менән «Айыҡ ауыл» конкурсы барышы тураһында һүҙ барҙы.
Әйтергә кәрәк, ҡараярҙар “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашып, бар талаптарҙы ла теүәл үтәп килә. Ауыл биләмәһе башлығы Рәйсә Тимерғәле ҡыҙы Солтанова, ауылдың тарихын белеүсе аҡһаҡал, унлар ырыуы башҡорто Фәнәүи Мөкәмил улы Сафин, ауылдың ветерандар советы рәйесе, бөтә сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы Әнфисә Хәнәфи ҡыҙы Сәйетғәлиева үҙҙәрендә башҡарылған мөһим саралар тураһында сығыш яһаны. Ауылдаштарының ҡул эштәре менән дә таныштырып үттеләр. Ҡул эштәре оҫтаһы Латыпова Әклимә апайҙың мәрелгән таҫтамал әйберҙәренән күргәҙмә ойошторолдо. 90 йәшлек Ғабдуллина Земфира Мәхмүт ҡыҙының сигелгән картиналары сығышты йәмләндереп ебәрҙе.
Ҡараяр илһөйәрҙәре шулай ауылдаштары мәнфәғәтенә етди аҙымдар яһауын дауам итә.
Тапшырыуҙан һуң ауылдаштарын яҡташтары, билдәле журналист, “Россия-Башҡортостан” телеканалының радиовещание хеҙмәте етәксеһе Ришат Фәтхинислам улы Миндиәйәров көтөп тора ине һәм улар бик йәнле осрашыу үткәреп тә өлгөрҙө.